Муниципальное бюджетное учреждение
«Культурно-досуговый центр»

муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының
"Мәҙәни-ял үҙәге"
муниципаль бюджет учреждениеһы
logo

Йомаҡта Сөмбөлә байрамы уҙҙы

Көҙгө эштәр тамамланып, уңыш йыйып алынған осорҙа ойошторолған Сөмбөлә байрамы башҡорт халҡының яратҡан байрамдарының береһе булған. Ғәҙәттә, был сараға әҙерлек алдан башлана. Ҡатын-ҡыҙҙар мул һый-ризыҡлы, ҡамыр аштарына бай булған өҫтәлдәр әҙерләй. Майҙансыҡта йыр-моң яңғырай, төрлө уйындар үткәрелә.
Тап шундай күркәм сара бөгөн Йомаҡ ауылында уҙғарылды. Уның ойоштороусыһы — Мәйсәрә Ишҡолова, ауыл клубының йылыһын, ҡотон һаҡлаусы мәҙәниәт эшмәкәре.
Байрамда ҡатнашыусылар ҡунаҡтарҙы йыр-моң һәм бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Әйткәндәй, Йомаҡ ауылы һәүәҫкәрҙәренә ярҙамға Юлдаш, Һабаш ауылдарынан коллективтар ҙа килгән. Юлдаш мәҙәниәт йортонан Гөлсирә Ишһарина ҡунаҡтарға моңло йырҙарын бүләк итһә, Һабаш, Йомаҡ ҡыҙҙары дәртле бейеүҙәр менән ҡунаҡтарҙы ҡыуандырҙы. Сара тәмле йома сәйе артында, матур һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар менән дауам итте. Байрам һуңында илебеҙ тыныслығы, матур киләсәге, ғаиләләрҙең ныҡлығы, киләһе уңыштарҙың муллығы өсөн теләктәр теләп, ҡунаҡтар таралышты.
Сөмбөлә байрамы — уңышҡа рәхмәт әйтеү, тәбиғәтте хөрмәтләү, быуындар бәйләнешен нығытыу сараһы. Был байрам — милләтебеҙҙең рухи мираҫы.