Муниципальное бюджетное учреждение
«Культурно-досуговый центр»

муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының
"Мәҙәни-ял үҙәге"
муниципаль бюджет учреждениеһы
logo

Дуҫлыҡ күпере

Шаулы-гөрлө, йырлы-моңло “Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан” фестивале йылы осрашыуҙарға бай булды. Фестиваль сиктәрендә бер күркәм һәм мөһим осрашыу кеше күҙенә бик салынмағандыр ҙа, бәлки. Әммә уның әһәмиәте һәм баһаһы бик ҙур. Һүҙ Мәләүез районы һәм Өфө районының Шамонино ауылы ағинәйҙәре осрашыуа хаҡында бара.

— Беҙҙең өсөн мәртәбәле ҡунаҡтар килеүе хаҡында кистән генә белдек тә, шунда уҡ әҙерлек башланыҡ, — ти Кинйәбикә Юлмөхәмәтова. Ул Смаҡ ауылы ағинәйҙәрен етәкләй.- Үҙебеҙҙә етештерелгән буҙа, ҡорот, сәк-сәк, ағинәйҙәр тарафынан эшләнгән француз яулыҡ, таҫтамалдар – барыһын да әҙерләнек».

Йола ҡушыуы буйынса, яҡты йөҙ, матур бүләктәр менән ҡаршылай мәләүездәр ҡунаҡтарҙы. Әңгәмә барышында ике район ағинәйҙәре танышып, тәжрибә уртаҡлашып өлгөрә һәм бүләктәр бирешә.
— Шамонино ауылы ағинәйҙәре бик матур тәҫъораттар менән ҡайтырға юлланды, рәхмәттәр әйтеп, тағы ла килергә теләген белдерҙе, — тип бүлеште Кинйәбикә Сәғит ҡыҙы.
Әйткәндәй, фестивәлдә Миәкә районы ағинәйҙәре лә ҡатнашты. Улар мәләүездәрҙе яҡын арала буласаҡ байрамдарына саҡырып ҡалды.