Муниципальное бюджетное учреждение
«Культурно-досуговый центр»

муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының
"Мәҙәни-ял үҙәге"
муниципаль бюджет учреждениеһы
logo

«Кейеҙ байрамы»

 

Йомаҡ ауыл клубында үҙенсәлекле сара — «Кейеҙ байрамы» уҙғарылды. Байрам тәү тапҡыр ойошторолдо һәм тирә-яҡ ауылдарҙан килгән ҡунаҡтарҙы йыйҙы.
Сара клуб эсендә әҙерләнгән күргәҙмә менән танышыуҙан башланды. Борондан килгән кәсеп Йомаҡ ауылында ҡәҙерләп һаҡланып алып килә. Был эште «Серле кейеҙ» студияһы етәксеһе Мәйсәрә Ишҡолова бик уңышлы алып бара.

 

— Кейеҙ баҫыу бик ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле, күп көс һәм ваҡыт талап иткән шөғөл. Уны өйрәнеү буйынса эште 2013 йылдан алып барам. Үҙемдең тәжрибә менән бүлешергә, йәш быуынды өйрәтергә теләгем бар. Шуға күрә төрлө майҙансыҡтарҙа өйрәнеү дәрестәрен үткәрәм, халыҡ кәсептәре көнөндә ҡатнашам. Киләсәктә бөгөнгө байрамдың масштабын киңәйтеп, район кимәлендә үткәрергә ине,- тип бүлеште Мәйсәрә Риф ҡыҙы.

 

Байрам оҫталыҡ дәрестәре менән дауам итте, һәр теләгән ҡунаҡ кейеҙ өмәһендә ҡатнашып, күңеленә килгән һүрәтте туҡымаға күсерҙе.

Кейеҙ тураһында таҡмаҡтар, мәҡәлдәр, бейеүҙәр, йырҙар — сәхнәлә ойошторолған байрам концерты тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Сара Йомаҡ ауылы буйынса экскурсия менән тамамланды.

Мәйсәрә Риф ҡыҙына ниәтләгән эштәрендә уңыштар, кәсебенең үҫеүен теләп ҡалабыҙ.