Муниципальное бюджетное учреждение
«Культурно-досуговый центр»

муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының
"Мәҙәни-ял үҙәге"
муниципаль бюджет учреждениеһы
logo

Йөрәк ҡушыуы буйынса

Мәләүез районының матур тәбиғәтендә урынлашҡан Смак ауылы халҡы  Кинйәбикә Юлмөхәмәтова, Динис Бүләков музейы хеҙмәткәре менән маскировка селтәрҙәрен эшләйҙәр.

Маскировка селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды алдарға, ориентирҙан талпынырға, позицияларҙы йәшерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ маскировка селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировка селтәрҙәре беҙҙең яугирҙәр өсөн мотлаҡ кәрәк. Бөтә Рәсәй буйынса ирекмәндәр был эш менән күптән шөғөлләнә.

Маскировка селтәрен үреү бик үк еңел эш түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Смак ауылы халҡы һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Шуға ла бындай һаҡлау сараһы бик ышаныслы.

Ихлас күңелдән үрелгән селтәрҙәр яугирҙарыбыҙҙы ҡотҡарыр, ошо ябай булмаған көндәрҙә егеттәребеҙгә ярҙам итеү — һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы, — тип иҫәпләй улар.

#КДЦМелеуз #Мелеузовскийрайон
Земфира Һөйәрголова